Үҙебеҙҙекеләрҙе онотмайбыҙ.
Бөгөн Толбазы ауылының волонтерҙар штабында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе
Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы менән осрашыу булды. Осрашыуҙа Мораҙым ауылы ағинәйҙәре, ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар ҙә ҡатнашты. «Алтын йәш» (Золотой возраст) клубында шөғөлләнгән апайҙар ҙа, ауылдаштарыбыҙ ҙа маскировка селтәрҙәрен үреүҙе дауам иртәләр һәм изге теләктәрен теләп бәйләнгән йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр ҙе волонтерҙар штабына тапшырыу дауам итә. МХО — нан ялға ҡайтҡан егеттәр ҙә апайҙарға ҙур рәхмәт белдерҙеләр һәм ойоҡбаш — бейәләйҙәрҙән тыуған яҡ йылыһын тойоп, еңеүҙе яҡынайтыу теләген белдерҙеләр.
