Йәйге каникулдар
Иң күңелле миҙгел – йәйге каникулдар башланды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өс ай буйына рәхәтләнеп ял итәсәк, һыу инәсәк.
Ҡаланан нәнәй-ҡартатайҙар янына ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтасаҡ.Каникул ваҡытында китаптар уҡыуҙы ла оноторға ярамай. Бөгөн китапханаға уҡырға яратҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар килделәр. Улар матур китаптар ҡаранылар, әкиәттәр уҡынылар һәм өйҙә уҡырға китаптар ҙа алдылар.
Ялығыҙ матур һәм файҙалы үтһен, балалар!
