Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

«Урал» батыр эпосын уҡыйбыҙ .

«Урал» батыр эпосын уҡыйбыҙ .
8 июнь халҡыбыҙ өсөн тағы бер иҫтәлекле көн – былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны “Урал батыр” эпосы көнө тип иғлан итте.
Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
Ошо көн уңайынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһында мәктәптең йәйге»Йәйләү» лагеры балаларына «Урал батыр» эпосын ҡысҡырып уҡыуҙар ойошторолдо. Уҡыусылар был эпостың тарихы менән таныштылар һәм башҡорт, рус телдәрендә эпостан өҙөктәр уҡынылар.