Тыуған көнөгөҙ менән!
Бөгөн хөрмәтле ауылдашыбыҙ, хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы , Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы матур ғүмер байрамы-90 йәшлек юбилейын билдәләй.
Һеҙҙе ысын күңелдән оло юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ. 🌹🌹🌹
