Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Башҡорт теле көнө менән!

Китапханала күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һаналған  Мифтахетдин Аҡмуллаға һәм башҡорт теле көнөнә арналған китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре лә китапханала башҡорт теле уңайынан телебеҙҙе һаҡлау, уны киләсәк быуынға еткереү тураһында фекер алыштылар һәм башҡорт телендә шиғырҙар уҡынылар.