Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Билдәһеҙ һалдат көнө

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,
Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?
Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!

3 декабрь– ил территорияһында йәки унан ситтә ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм Совет хәрбиҙәре иҫтәлегенә арналған Билдәһеҙ һалдат көнө.
Был көн 2014 йылдан алып билдәләнелә.
«Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» тигән һүҙҙәр был иҫтәлекле көндөң символы булып тора.
Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә һәм башҡа дәүләттәр биләмәләрендә 7,2 миллион совет һалдаты ерләнгән, уларҙың 4,6 миллионы билдәһеҙ һалдат һанала.
Мәҙәниәт йортонда уҡыусыларға ошо көнгә арналған хәтер кисәһе үтте. Балалар «Хәтер китабы» менән дә таныштылар.