Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ғәзим Шәфиҡов мираҫы

Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында мәктәбебеҙҙең 6,10 класс уҡыусылары өсөн билдәле яҡташыбыҙ, яҙыусы, шағир, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Мифтахетдин Аҡмулла, Сергей Чекмарев һәм башҡа әҙәби премиялар лауреаты Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Ғәзим Шәфиҡов мираҫы» исемле тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙары үтте. Был сараға ҡунаҡтарыбыҙ- хөрмәтле ауылдашыбыҙ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, бик күп йылдар «Урал» ауыл хужалығын етәкләгән, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Михайловка ауыл советы буйынса ветерандар советын етәкләгән, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бик күп эштәр башҡарыусы Дилмөхәмәтов Факил Вәкил улы һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән, һуңынан Михайловка ауыл Советын етәкләгән, шахмат буйынса күп тапҡырҙар еңеүҙәр яулаған, тарихсы, ауылдашыбыҙ, әлеге көндә Михайловка ауылында йәшәүсе Ҡоҙашев Нил Закир улы саҡырылды. Улар Ғәзим Ғәзиз улы Шәфиҡов менән яҡындан таныш булыуҙары, бергә күп сараларҙа ҡатнашыуҙары тураһында йылы хәтирәләр менән иҫкә алдылар. Балаларға яҙыусының тормош юлын, ижадын төптән өйрәнеп, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙеләр. Уҡыусылар ҙа бөйөк шағирҙың шиғырҙарын уҡынылар. Китапханала яҙыусының төрлө йылдарҙа баҫтырып сығарылған китаптарынан күргәҙмә ҡуйылды Әҙәби сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтарыбыҙ ға, уҡыусылар ға, уларҙың уҡытыусылары Сатлыкова Рәсимә Әмирхан ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.