Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Башҡорт халыҡ ижады.

Башҡорт халҡының йолаларын һаҡлап ҡалыу сиктәрендә районыбыҙҙың башҡорт ауылдарына фольклор — этнографик экспедиция вәкилдәре килде. Бөгөн улар Мораҙым ауылында булдылар. Оло йәштәге кешеләр менән осрашып, уларҙың ауыҙ-тел ижадын йыйып, киләсәктә «Халыҡ ижады» йыйынтығы баҫтырып сығарыу маҡсатында осрашыу үткәрҙеләр.
Ҡунаҡтар фольклор бүлмәһендә булдылар, ауыл китапханаһына автографлы китаптарын бүләк иттеләр.