Айыҡ аҡыл менән.
#Айыҡ_ауыл
#Айыҡ_аҡыл_менән
Бөгөн “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып еңеүсе ауылдарға сәфәрҙәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Финанс Министрлығы вәкилдәре Мораҙым ауылына килделәр. Улар Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева һәм финанс тикшеренеүҙәр үҙәге департаменты директоры Әбүзәрова Гөлназ Марат ҡыҙы булды. Улар халыҡ менән осрашып лекциялар, сығыштар яһанылар. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үтте . Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсованың йырҙары тамашасыларҙың күңелдәрен күтәрҙе. Финанс министрлығы тарафынан беҙҙең китапханаға 30-ҙан ашыу китап бүләк иттеләр. Был өр-яңы китаптар балалар, ололар өсөн дә тәғәйенләнгән. Китаптар һәр кем өсөн дә бит файҙалы һәм фәһемле буласаҡ. Китап уҡыусыларыбыҙҙы был китаптар менән таныштырырбыҙ һәм китап туйҙары үткәрербеҙ тигән теләктә ҡалабыҙ.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Осрашыуға районыбыҙҙың ауыл китапханасылары ла килделәр. Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн, һеҙгә лә ҙур рәхмәт.
Бергә һәм берҙәм булайыҡ!