Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Еңеү салюты

Район мәҙәниәт йортонда “Еңеү салюты” исемле милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Ауылыбыҙҙың “Гөлнәзирә” ансамбле “Һалдаттар” йыры менән сығыш яһаны. Фойела Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район китапханаһының “Подвигу народа жить в веках” (“Халҡымдың батырлығы быуаттарҙа йәшәр”) исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Бөйөк Еңеүгә арналған төрлө телдәрҙә йырҙар яңғыраны, бейеүселәр бейене, музыка ҡоралдарында моңдар яңғыраны.