Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

“Тынмаһын халҡым моңдары”

Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда “Тынмаһын халҡым моңдары” исемле башҡорт халҡының музыка ҡоралдарында уйнаусылар һәм яҡташтар иҫтәлегенә арналған асыҡ район бәйгеһе үтте. Бәйгелә Ауырғазы, Әлшәй, Ғәфүри районы ҡурайсылары, ҡумыҙсылары, думбыра сылары ҡатнашты. Байрам Өфө ҡунағы “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юлай Ҡасимовтың ҡурай моңонан башланды. Сәхнәлә ҡурайсылар, думбырасылар, ҡумыҙсылар бер-бер артлы сығыш яһанылар.Ауылыбыҙҙың “Гөлнәзирә” ансамбле ҡумыҙсылар бәйгеһендә беренсе урынды, ә “Дуҫлыҡ” ҡурайсылар ансамбле икенсе урындарҙы яуланы. Моң бәйгеһе бик матур үтте. Уны БСТ каналына төшөрҙөләр һәм бик тиҙҙән зәңгәр экранда күрәсәкбеҙ.