Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Әлфиә Әсәҙуллинаға-65 йәш.

Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы 1959 йылдың 2 мартында Ауырғазы районы Үтәймулла ауылында тыуған.Ул- башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010).Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2013).
Хөрмәтле Әлфиә Нәжип ҡыҙы!
Һеҙҙе ихлас күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ һәм күңелегеҙ түрендәге иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, матур шиғырҙар ижад итеп, яңылыҡҡа, алға ынтылып йәшәгеҙ.
Ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен,һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ.