Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

21 февраль – Халыҡ – ара туған тел көнө.

Бөгөн китапханала Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Туған телемдә һөйләшәм” исемле сара үтте. Байрамға шиғриәт һөйөүсе һәм үҙе лә шиғырҙар ижад итеүсе, һәр сарала ла актив ҡатнашыусы Ильясова Нурия апай килде. Ул Гүзәл Ситдиҡованың “Башҡорт ҡатыны” шиғырын яттан һөйләне.
Тел ҡәҙере, ил ҡәҙере тураһында һөйләшелде, мәҡәлдәр әйтелде.
Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!