Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ҡашмау тегеү буйынса оҫталыҡ дөресе.

Мораҙым мәҙәниәт йортонда ҡашмау тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Ҡашмау – башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарының башлыҡтың артҡы яғына оҙон, тар ҡойроҡ ҡуйып, торҡа рәүешендә тегелгән традицион баш кейеме.
Ҡашмау тегеү бик сетерекле һәм ҙур оҫталыҡ талап иткән эш.
Оҫталыҡ дәресен Әлфинур Смакова , Фәрзәнә Кильдина , Нурия Ильясовалар алып барҙы.
Фәрзәнә һәм Нурия апайҙар меркет мең ырыуы кейемдәре, Ҡашмау тураһында һөйләнеләр.
Әлфинур апай Ҡашмау тегеү серҙәре , өлгөләр киҫеүгә өйрәтте .Мәрйендәр ,баш ҡорттары, сәйләндәр, тәңкәләр менән таныштырҙы.
Ҡыҙҙарға апайҙарҙың һөйләүе бик оҡшаны. Ҡашмауҙы кейеп ҡаранылар , Яҡындан күреп таныштылар .