Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Мин – ят улы түгел донъяның…

1 ноябрҙә Рәшит Назаровтың тыуыуына – 79 йыл. Рәшит Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Фатиха апай менән Сәйетбаттал ағайҙың алтынсы балаһы булып, донъяға килгән. Рәшит Назаровҡа аяуһыҙ яҙмыш ижад итеү өсөн бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт бирә. Ошо ижади осоронда береһенән-береһе һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙып ҡалдыра. Уның тормош юлын, ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, шиғырҙарын уҡыйбыҙ, йыл да районыбыҙҙа үткәрелеп килгән «Назаров уҡыуҙарында» ҡатнашабыҙ.
Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында яҡташ яҙыусыбыҙҙың тыуған көнөндә ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Рәшит Назаровты иҫкә алдылар, уның тыуған еренә, ауылына, тәбиғәтенә, атай-әсәһенә бағышлап яҙылған шиғырҙарын уҡынылар.