Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ҡашмау тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе

Мораҙым мәҙәниәт йортонда ҡашмау эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Әлфинур Смакова, Фәрзәнә Кильдина, Нурия Ильясова апайҙар ҡыҙҙарға башҡорт халҡының милли баш кейеме-ҡашмау тегергә өйрәттеләр. Ҡыҙҙарға был дәрес бик оҡшаны : тегеү серҙәренә төшөндөләр һәм ҡашмауҙы кейеп тә ҡаранылар.