Белем көнө менән!
Һаумы, мәктәбем!📚📚📚
Һаумы, алтын көҙ!🍁🍁🍁
Бөгөн матур кейенгән, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡыған, ҡулдарына сәскә тотҡан уҡыусылар тағы ла мәктәпкә уҡырға килделәр. Яңы уҡыу йылы мауыҡтырғыс дәрестәргә, яҡшы билдәләргә һәм асыштарға бай булһын!
Китапханаға килгән 9-10 синыф уҡыусыларына «Һаумы, алтын көҙ!» исемле класс сәғәте үткәрелде. Уҡыусыларға «Белем көнө менән!» тип аталған китап күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе бөгөнгө матур байрам — белем көнө менән ҡотлайбыҙ ! Уҡыуығыҙҙа ҙур уңыштар, һаулыҡ — сәләмәтлек теләйбеҙ!

