Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Китапханаға сәйәхәт.

Йәй айҙары-балалар өсөн иң матур ай, йәйге каникулдар мәле-рәхәтләнеп ял иткән саҡтары. Ләкин тиҙҙән яңы уҡыу йылы башланыр ваҡыт етә. Тик китап уҡыуҙы ла оноторға ярамай. Китап уҡыу-фекерҙе үҫтерә, һүҙ байлығын арттыра. Ошо уңайҙан ауыл китапханаһында мәктәп уҡыусылары менән балалар өсөн яңы килгән китаптар менән танышыу үтте. Балалар матур, яңы, төҫлө һүрәтле китаптар ҡараны, йомаҡтар систе һәм әкиәт геройҙарының исемдәрен атанылар. Үҙҙәренә оҡшаған китаптарҙы өйҙә уҡырға алдылар.