Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

10 август – физкультурниктар көнө.

10 август – физкультурниктар көнө.
Был байрам тормошо спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм физик культура менән тығыҙ бәйләнгән. Бөгөнгө көндә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы балалар
һаны артыуы шатлыҡлы күренеш. Бөгөн балалар майҙансығында балалар менән йыйылып төрлө спорт уйындары уйнаныҡ. Балаларҙың саф һауала уйнауҙары үҙҙәренә лә бик оҡшаны.
Балаларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ! Спорт менән шөғөлләнеүегеҙ һеҙгә шатлыҡ, һаулыҡ килтерһен!