Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Йәшел Башҡортостан

Бөгөн Мораҙым ауылы халҡы «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Был көндө тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған һәр кем эш уртаһында ҡайнаны: ауыл халҡы, хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары берҙәм булып, балалар майҙансығын уратып йәш ҡайын үҫентеләрен ултыртты. Күмәк көс менән ултыртылған ҡайындар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр. Ә балалар майҙансығында шау-гөр килеп балалар уйнар.