Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ

7 апрелдә һаулыҡҡа иғтибарҙы арттырыу маҡсатында, Бөтә донъяла сәләмәтлек көнө билдәләнә. Мораҙым ауылы моделле китапханаһында балаларға «Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ» исемле һаулыҡ дәресе үтте. Әңгәмә барышында уҡыусылар уҡып, һәйбәт эш табырға, ғаилә бәхетенә өлгәшергә йәки тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн уңышҡа ирешеүҙең төп нигеҙе сәләмәтлек булып тороуы тураһында һөйләштеләр. Әңгәмә барышында һаулыҡ тураһында әйтемдәр һәм мәҡәлдәр ҙә әйтелде. Һау-сәләмәт булайыҡ, һаулыҡты йәштән һаҡлайыҡ!