Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Талпынды бөркөт күктәргә

Мораҙым ауылы моделле китапханаһында ошо төбәктә тыуып үҫкән, башҡорттарҙың һәм Башҡортостандың беренсе осоусыһы Ғәли Ишмырҙин тыуыуының 120 йыллығына арнап «Талпынды бөркөт күктәргә» кисәһе үткәрелде. Уҡыусылар данлы хәрби осоусы яҡташтарының тормош юлы, эшләгән эштәре, батырлыҡтары менән яҡындан таныштылар.
Быйылғы йылдың 15 мартында беренсе башҡорт осоусыһы, Башҡортостан хәрби летчиктар мәктәбе етәксеһе, илебеҙгә 24 Советтар Союзы Геройы әҙерләгән майор Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Ишмырҙиндың тыуыуына 120 йыл тула. Ул 1903 йылдың 15 мартында Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында тыуып үҫә. 1920 йылда Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. 1927 йылда Борисоглебскиҙағы 2-се хәрби һауа осоусылар мәктәбенә уҡырға керә. 1935 йылда хәрби осоусыны Өфө аэроклубына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Ғәлимйән Мөхәмәтйән улына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостан авиацияһының үҫешен яйға һалырға, аэроклубтар һәм уның филиалдарын булдырыу кеүек мөһим эштәр башҡарырға тура килә. Ғәлимйән Ишмырҙин башҡорттар араһынан беренсе осоусы ғына булмай, ике меңгә яҡын осоусы әҙерләй. Һәм был егеттәр Бөйөк Ватан һуғышы күгендә бик күп батырлыҡтар күрһәтәләр. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тә була. Бейеклектәрҙе иңләп осҡан башҡорт бөркөтөнөң ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. 1942 йылдың 9 авгусында һауаға күтәрелгәс, самолёты тыңламай башлай һәм ҡапыл ергә ҡолай. Ғәлимйән Ишмырҙиндың даны тыуған ауылында онотолмай. Йыл һайын уның исеменә арнап көрәшселәр майҙанға сыға, спорт ярыштары уҙғарылып тора.
Мәктәп музейында ла уның тормошона арналған мәғлүмәттәр туплана һәм шәжәрәһе лә булдырылған.

Быйыл ғинуар айында Башҡортостан телевидениеһының БСТ каналы ауылыбыҙға килеп, беренсе башҡорт летчигына арнап, документаль фильм төшөрҙөләр. Был фильмды тиҙҙән зәңгәр экранда ҡарарбыҙ тип ышанабыҙ. Ә Ҡыҙҙар тауында, бейектә, зәңгәр күктә, Ғәли Ишмырҙиндың 100 йыллығына арнап ҡуйылған һәйкәл – самолёт әйләнә. Әйтерһең дә, ул ауылдаштарын яңынан-яңы изге эштәргә, матур ҡаҙаныштарға әйҙәй кеүек.
Батырҙарын онотмай тыуған ер. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!