Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Минең телем – минең илем

Бөгөн донъяла Халыҡ – ара туған телдәр көнө билдәләнә. 21 февраль-һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел-халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткәне менән киләсәкте бәйләр күпер. Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһына үҙ телен яратҡан, башҡорт телендә шиғырҙар һөйләргә яратҡан мәктәбебеҙҙең 6 класс уҡыусылары, башҡорт теле уҡытыусыһы Кильдина Гөлсара Ғайфулла ҡыҙы менән «Минең телем – минең илем» исемле шиғыр уҡыу сараһына килделәр. Сарала халҡыбыҙҙың бөйөк яҙыусылары М. Аҡмулланың, М. Кәримдең, Р. Ғәриповтың тыуған яҡ, туған тел, әсәй тураһында шиғырҙар уҡылды. Китапханала «Туған телемдә һөйләшәм» тип аталған китаптар күргәҙмәһе лә ҡуйылды. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, киләсәк быуынға еткерер өсөн тырышайыҡ, дуҫтар!