Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Йәй тәме – үлән сәйендә.


Үлән сәйенең шифаһы бик ҙур. Үлән сәйе, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, көс биреү, тынысландырыу, һауыҡтырыу, иммунитетты күтәреү кеүек шифаға эйә.Тик уларҙы сама белеп ҡулланырға кәрәк
Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә хуш еҫле үләндәр һалып, йәйҙе иҫләп, сәй эсеүгә ни етә? Бөгөн беҙҙең китапханала шифалы үләндәргә арналған “Йәй тәме – үлән сәйендә” исемле сәй артында һөйләшеүҙәр үтте. Сараның ҡунаҡтары-ағинәйҙәр һәм балалар булды. Ағинәйҙәр үҙҙәренең баҡсаларында үҫкән , ялан-ҡырҙарҙан йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп киптерелгән үләндәрен алып килделәр. Уҡыусыларға үләндәрҙе ҡайсан йыйырға кәрәклеген, уларҙы киптереү, шифалы сәйҙәр яһап эсеү тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәттәр еткерҙеләр.
Сарабыҙ күмәкләшеп шифалы үләндәр менән сәй эсеп тамамланды. Кисәбеҙҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.