Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Башҡорт теле көнө.

 

 

 

 

 

 

 

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә алып килгән.
14 декабрь-башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М. Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Бөгөнгө көндә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү маҡсатында күп саралар үтә. Беҙҙең китапханаға ла үҙ телебеҙҙә-башҡорт телендә шиғыр һөйөүселәр Нурия апай Ильясова менән Динә апай Ишмөхәмәтовалар килде. Улар тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр.
Башҡорт телебеҙҙең бөйөклөгөн, моңон һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға ла еткерәйек!