Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Тәмәкенән йыраҡ тор!

 

Тәмәкенән йыраҡ тор!
Халыҡ – ара тәмәкенән баш тартыу көнө 17 ноябрҙә билдәләнә. Был көн зарарлы ғәҙәттең таралыуын кәметеү, шулай уҡ тәмәке тартыу менән көрәштең төрлө сараларын табыу, граждандарға тәмәке тартыуҙың зыяны хаҡында күберәк мәғлүмәт биреү маҡсатынан булдырылған.Китапханала башланғыс класс уҡыусыларына “Тәмәкенән йыраҡ тор!” исемле һаулыҡ дәресе үтте. Донъяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу, үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында әңгәмәләштек. Балалар үҙ сәләмәтлектәре өсөн яуаплылыҡ, тәмәке тартыуға кире мөнәсәбәт тәрбиәләү, тәмәкенең зыяны тураһында белемдәрен арттырҙылар.