Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Библионочь-2022

#Библионочь2022
#PROтрадиции
#ГодкультурногонаследиянародовРоссии
#Мурадымовскаясельскаямодельнаябиблиотека
БИБЛИОТӨН-2022
28 майҙа бар китапханалар ҙа ла традицион бөтөнрусия акцияһы – “Библиотөн” саралары үтә. Мораҙым ауылы китапханаһы ла ошо акцияға ҡушылды. Мәҙәни сара сиктәрендә “Традициялар тураһында” тип исемләнгән кисә үткәрелде. Китап уҡыусыларыбыҙ”Кил, уҡы, ял ит!” тип аталған түңәрәк өҫтәл артында осрашты. 2022 йыл-Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫ йылы булып билгеләп үтелә. Ошо уңайҙан китап уҡыусыларға башҡорт халыҡ кейемдәре, биҙәктәре, аш-һыу китаптары тәҡдим ителде. Балалар башҡорт әкиәттәрен тыңланы, мәҡәләләр әйтеште. Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан мәктәп музейында ла булдыҡ:уҡыусылар ауылдаштарыбыҙҙың элекке көн-күреш әйберҙәре менән таныштылар. Һәм төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ҙа уйнанылар.
“Библиотөн-2022” бик ҡыҙыҡлы, күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте.