Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух

#Айыҡ_ауыл_2022
#Трезвое_село_2022
#Мурадым_Аургазинский_район
#Всемирный_Курултай_башкир
#Лыжня_Меркитов
Бөгөн Мораҙым ауылында “Айыҡ ауыл-2022” сиктәрендә саңғы ярыштары үтте. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы кубогына уҙғарылған ярышта Ауырғазы, Миәкә райондарынан меркет вәкилдәре ҡатнашты.Был сара ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, көслө саңғысыларҙы, көслө команданы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо. Саңғысылар йәш буйынса бүленеп йүгерҙеләр. Иң бәләкәсенә 7 йәш булһа, иң олоһона-71 йәш ине. Ярышта ҡатнашыусылар бик күп булдылар. Яланда уларға йылы бутҡа менән йылы сәй ҙә булдырылды. Миәкә районы командаһы етеҙ һәм көслө булды. Бөгөнгө ярыштың еңеүселәре лә улар булды.Мораҙымдар-икенсе, ә Һәман ауылы- өсөнсө урынды яуланы.