Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Илһам алып тыуған төйәктән…

#ГодКультурногоНаследияНародовРоссии
#РәсәйХалыҡтарыныңМәҙәниМираҫыЙылы

Бөгөн китапханала фольклорсы, филология фәндәре докторы, республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, яҡташыбыҙ, ауылдашыбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын йыйыусы Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ижадына арналған “Илһам алып тыуған төйәктән… ” исемле әҙәби сара булып үтте. Уҡыусылар уның тормош юлы, ижады, китаптары менән таныштылар.Китапханала “Йырсы ғалимә” исемле китаптар күргәҙмәһе лә ҡуйылды. Фәнүзә Айытбай ҡыҙының үҙе тапшырған ғаилә архивынан алынған фотолары, ҡотлау ҡағыҙҙары, китаптары ҡуйылған фольклор бүлмәһенә сәйәхәт ҡалдылар.Уҡыусылар мәктәп музейына ла керҙеләр.Музей хеҙмәткәре Ләйсән Нәҙершина уларҙы күренекле ауылдашыбыҙҙың шәжәрәһе менән таныштырҙы һәм уға арналған альбомдар йыйылмаһын күрһәтте. 7февралдә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы үҙенең 86-сы йәшен билдәләй. Барлыҡ китап уҡыусылар исеменән Фәнүзә Айытбай ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Шатлыҡ, һөйөнөстәр менән таҙалыҡта үтһен һәр бер килер көндәрегеҙ!!!