Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Афган ере-йөрәк яраһы.

Бөгөн яуғир-интернационалистарҙы хәтерләү, иҫкә алыу көнөнә бағышлап беҙҙә “Афган ере-йөрәк яраһы” тип исемләнгән осрашыу булды. Совет ғәскәрҙәренең Афганистандан сығарылыуына быйыл 33 йыл булды. Афган һуғышы бик күп юғалтыуҙар килтерә:15 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була, 150 меңдән ашыу йәрәхәтләнә, күптәре ғәрип булып ҡала. 500- гә яҡыны әсирлеккә алына. Йыл да 15 февраль көнөндә ил буйлап һәйкәл-бюстарға сәскәләр һалына, хәтер кисәләре үтә. Бөгөн батыр йөрәкле, ҡурҡыуһыҙ уттар-һыуҙар кискән, донъяға тыныс тормош, азатлыҡ килтереүселәр, Афганистан һуғышында яуҙа булып ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ Ғәлимов Зөлфәт,Теләүембәтов Рәфис, Баландин Василий һәм Чечня һуғышында хеҙмәт иткән Аетбаев Зөлфәттәр менән осрашыу булды. Улар уҡыусыларға үҙҙәренең хеҙмәт юлы, һалдат көндәлектәре, һуғыш яланында үткән ваҡиғалар, яулап алған миҙалдары тураһында бик матур итеп һөйләнеләр. Балалар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуаптар алдылар, сөнки егеттәр үҙҙәре лә буласаҡ һалдаттар бит.
Осрашыуға килгән ағайҙарға,балаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм һаулыҡ, тыныс тормош теләйбеҙ.