Еңеү салюты
Район мәҙәниәт йортонда «Еңеү салюты» исемле милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Ауылыбыҙҙың «Гөлнәзирә» ансамбле «Һалдаттар» йыры менән сығыш яһаны. Фойела Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район китапханаһының «Подвигу народа жить в веках» («Халҡымдың батырлығы быуаттарҙа йәшәр») исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Бөйөк Еңеүгә арналған төрлө телдәрҙә йырҙар яңғыраны, бейеүселәр бейене, музыка ҡоралдарында моңдар яңғыраны.
