Хәтер һәм ҡайғы көнө.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға- 85 йыл. Бөгөн-хәтер Һәм ҡайғы көнө.
2026 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланған фажиғәле иртәнән алып теүәл 85 йыл тулды. Был дата илебеҙ тарихында мәңгелеккә хәтер Һәм ҡайғы көнө булараҡ яҙылған .
Ауылыбыҙҙан һуғышҡа китеп, яу яланында ятып ҡалғандары һәм еңеү яулап ҡайтып- йәшәп мәңгелеккә киткән олатайҙарыбыҙ исемдәре яҙылған һәйкәл ҡаршыһында баҫып, уларҙы бер минутҡа иҫкә алдыҡ. Рәхмәт йөҙөнән уларға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды.
