Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Чернобыль фажиғәһе ҡабатланмаһын

 

26 апрель – Халыҡ-ара Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө. Быйыл Чернобыль фажиғәһенә 40 йыл тула.
40 йыл элек, 1986 йылдың 26 апрелендә, Чернобыль фажиғәһе була – атом электр станцияһының дүртенсе энергия блогында шартлау яңғырай. Был донъяның атом энергетикаһы тарихында иң ҙур һәләкәт тип иҫәпләнә.
Нисә йылдар үтһә лә, тарихта ҡалған ҡара таптар — ауыр һәм хәсрәтле көндәр һаман да күптәрҙең иҫендә. Мораҙым ауылы моделле китапханасыһы тарафынан  мәктәптең 7 класс уҡыусыларына  Чернобыль фажиғәһенең нәтижәләре тураһында мәғлүмәт биреү уңайынан,  «Чернобыль фажиғәһе ҡабатланмаһын» исемле батырлыҡ дәресе үткәрелде.
Бөгөнгө сарала уҡыусыларҙы китапханабыҙға килгән яңы китап менән дә таныштырҙыҡ. Ул китап «Пепел Чернобыля:неугасающая память» («Чернобыль көлө:һүнмәҫ хәтер») тип атала. Китаптың төҙөүҙе-авторы Ғ. Ибраһимов исемендәге район китапханасыһы Гөлназ Әхмәтйәнова.
Был китап Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташ- ауырғазылыларға  һәм Чернобыль фажиғәһенең  40 йыллығына арналған.
Китаптың төҙөүҙе-авторы Әхмәтйәнова Гөлназ Мөнир ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Был китапты районыбыҙҙың бөтә ауыл китапханаларында ла  алып уҡырға мөмкин.