Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Өләсәйем һандығы

 

Бөгөн, милли кейем көнө айҡанлы беҙҙең балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатынан «Өләсәйем һандығы» исемле матур сара үтте.
Бүлмәбеҙ ҙә милли рухта биҙәлде:аҫалы балаҫтар йәйелде,башҡорт халҡының милли кейемдәре-күлдәктар, еләндәр, сигелгән таҫтамалдар эленде.Һәм бөгөнгө байрамдың төп биҙәге-семәрләп яһалған матур һандыҡ булды.
Һандыҡ-ул төрлө  нәмәләрҙе һаҡлай торған ҡапҡаслы ҙур ҡумта. Уны төрлө материалдан да эшләр булғандар:тимерҙән, ағастан. Ә шулай ҙа туйҙарҙың биҙәге-ағастан семәрләп яһалғаны булған. Уны һәр кем эшләй белмәгән. Ҡыҙҙарға кейәүгә барғанда, бирнәләрен һалып алып барырға, оҫталарҙан эшләтеп алыр булғандар. Килендең һандығына һәм эсендәге бирнәһенә ҡарап, ҡыҙҙың ни саҡлы бай икәнен дә билдәләгәндәр. Уҡыусыларға Фәрзәнә, Динә апайҙар «Өләсәй һандығы» эсендә һаҡлаған ҡәҙерле әйберҙәре, ҡомартҡылары менән таныштырҙылар.Килен булып төшкән саҡтағы бирнәләре-күлдәк менән еләндәре, сигелгән таҫтамалдары, мендәр тыштары,өләсәйҙәре  бүләк иткән түшелдеректәрен күрһәтеп, уларҙың тарихтарын һөйләп, йәш саҡтарын иҫләнеләр. Ҡыҙҙар менән егеттәргә матур, изге теләктәрен теләнеләр, һандыҡ эсенән сығарып бүләктәр ҙә тараттылар.Өләсәйҙәрҙең  һөйләгәндәрен, ҡыҙҙар ҡыҙыҡһынып тыңланылар,сөнки уларға ла бит киләсәктә килен булып төшәһеләре бар.
Байрамыбыҙ ҡунаҡтары-Фәрзәнә апайға, Динә апайға, ҡыҙҙарға- егеттәргә, уларҙың класс етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ һәм тағы ла шундай матур сараларҙа осрашып һөйләшербеҙ тигән теләктә ҡалабыҙ.