Балалар китабы көнө менән
2 апрель – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
Халыҡ-ара балалар китабы көнө 1967 йылдан бирле 2 апрелдә билдәләнә. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла.
Яҙғы каникулдар ваҡытында балалар китапханаға китаптар уҡырға килделәр. Китаптар ҡаранылар, шашка-шахмат уйнанылар, өйҙә уҡырға китаптар ҙа алдылар.
