Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Халҡым хазиналары

 

Бөгөн Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда  кескәй  балаларға «Халҡым хазиналары» исемле фольклор сәғәте үтте. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре балаларҙы башҡорт халыҡ кейемдәре, күҙҙең яуын алып торған аҫалы балаҫтары, сигелгән таҫтамалдары менән таныштырҙылар. Ошо әйберҙәрҙең  ғаиләлә ҡыҙҙар тыуғас та бирнәлеккә әҙерләп, һандыҡҡа йыя барыуҙары хаҡында ла һөйләнеләр. Был фәһемле осрашыу балаларға бик оҡшағандыр. Традицияларыбыҙҙы киләһе быуынға еткерәйек һәм туған телебеҙҙә һөйләшәйек.