Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Гәзит-журналдар уҡыйбыҙ

Бөгөн мәктәптең 3-4 класс уҡыусылары Мораҙым ауылы моделле китапханаһына балалар өсөн килгән гәзит-журналдар менән танышырға килделәр. Бөгөнгө интернет, заманында, баланы китап һәм гәзит-журналдар уҡырға йәлеп итеү еңелдән түгел. Хәҙер күп ғаиләләр уларҙы өйгә лә яҙҙырмайҙар.Шуға ла китапханасы гәзит-журналдар тураһында тулыраҡ һөйләп үтте, балалар үҙҙәренә уҡыуҙа кәрәкле, ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр алдылар. Матур, сағыу һүрәтле башҡорт телендә баҫылған «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдарын һәр береһе өйҙә уҡырға алдылар.