Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

22 июнь- хәтер һәм ҡайғы көнө.

22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн.
Яуғир ауылдаштарыбыҙға арналған обелиск янында митинг ойошторолдо.Бөгөнгө тыныс тормош өсөн башын һалған ауылдаштарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ һәм уларға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалдыҡ.
Беҙ иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ.
Ошо сарала ҡатнашыусыларға районыбыҙ шағирҙарының Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап яҙылған «Память огненных лет» (Утлы йылдар иҫтәлеге) йыйынтығына исем туйы үткәрелде. Был йыйынтыҡтағы шиғырҙар башҡорт, татар, рус, сыуаш телдәрендә баҫтырылған.
Китапханаға яҡташтарыбыҙҙың күңел түренән яҙылған шиғырҙары менән танышырға саҡырабыҙ!