12 июнь — Рәсәй Федерацияһының дәүләт байрамы
Рәсәй көнө – илебеҙ өсөн төп байрамдарҙың береһе. Ул Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендә раҫланған ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, 1992 йылдан бирле 12 июндә Рәсәй көнө байрамы билдәләнә.
Мораҙым ауылы урта мәктәбенең «Йыйын» лагеры балаларын ошо матур байрам менән ҡотланыҡ һәм уларға илебеҙҙең киләсәге өсөн тырышып уҡыуҙарын һәм кәрәкле кешеләр булып үҫеүҙәрен теләнек.
Барығыҙҙы ла байрам менән! Күгебеҙ тыныс, аяҙ булһын, шатлыҡ менән тыуһын таңдарыбыҙ, илебеҙ имен булһын!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, киләсәккә ышаныс һәм эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
