Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Балалар донъяһы

Март аҙағы китап уҡыусы балалар өсөн традиция буйынса ҙур байрам – «Балалар китабы аҙналығы» билдәләнелә. Балалар китабы оҙаҡ йылдар буйына киләсәк быуынды тәрбиәләү сараһы, тормошта дөрөҫ йүнәлеш һайлау өсөн маяк булып тора. Китап уҡып үҫкән баланың күңеле таҙа, уйлау һәләте юғары дәрәжәлә була.
Мораҙым ауылы китапханаһында балалар китабы аҙналығы сиктәрендә «Балалар донъяһы» тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», А. Пушкиндың»Әкиәттәре»,А. Толстойҙың «Буратино һәм Алтын асҡыс» һәм башҡа балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр менән танышырға мөмкин.