Йөрәктәрҙе тетрәндергән тамаша!
Бөгөн, 10 февраль, ауыл мәҙәниәт һарайында онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Районыбыҙҙа башланған “Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы”на арналған «Үткән быуын геройҙары өсөн» патриотик концерттар циклы сиктәрендә «Йөрәктәрҙә – Еңеү яҙы» исемле ҙур театрлаштырылған тамаша үтте.
Был тантаналы сараға Мораҙым һәм Михайловка ауылдары үҙешмәкәр артистары, ауылдың иң әүҙем егет-ҡыҙҙары, хаҡлы ялдағы оло быуын вәкилдәре, уҡытыусылар, уҡыусылар – барыһы ла ихлас ҡатнашты.
Мораҙым ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлназ Әүхәт ҡыҙы әҙерләгән тамаша тамашасыларҙы үткән быуатҡа алып ҡайтты.
Сәхнәлә һуғышҡа тиклемге тыныс ауыл тормошо күҙ алдына килде. Кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәре, йәмле хеҙмәт көндәре… Әммә 1941 йылдың июнь таңында был тыныслыҡ юҡҡа сыҡты – һуғыш иғлан ителде. Ир-егеттәр, тыуған яҡтарына һуңғы тапҡыр ҡараш ташлап, фронтҡа юл алды. Ә ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ололарға тылда ауыр хеҙмәт ҡалды.
“Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла Еңеү өсөн!” – ошо һүҙҙәргә тоғро ҡалып, тыл хеҙмәтсәндәре көндөҙ баҫыуҙа, колхоз эштәрендә бил бөкһә, төндәрен ойоҡбаш бәйләп, посылкалар тултырып, һалдаттарға йөрәк йылыһы менән хаттар яҙып ултырҙы. Шул арала бер-берҙәрен йыуатып, уйнап-көлөп, йырлашып алыуҙары ла, күренеште тағы ла йәнлеләндереп, күҙ йәштәре менән һағышлы йылмайыуҙар тыуҙырҙы.
Яу яланында ҡан ҡойған һалдаттарға бағышланған йырҙар, өҙөлөп-өҙөлөп уҡылған йөрәккә үткер шиғырҙар залдағыларҙы тетрәндерҙе. Күптәргә был тамаша нәнәйҙәребеҙ, ҡартатайҙарыбыҙ һөйләгән ауыр хәтирәләрҙе иҫкә төшөрҙө.
Район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы, күренекле йырсы Иншар Юлай улы, сарала ҡатнашыусыларға оло рәхмәт белдереп, “Беҙ һуғыш тураһында шиғырҙар менән һөйләйбеҙ…” район конкурсы еңеүселәрен – Любовь Андреевна Золотареваны, Алмира Тимерхан ҡыҙы Батталованы һәм Лиана Инсаф ҡыҙы Ҡунаҡҡолованы – дипломдар менән бүләкләне.
Кисәнең һуңында ул ауылдаштарына яңы йырын бүләк итеп, бөтә йөрәктән бер теләктә булды:
«Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау МХО-нан Еңеү менән ҡайтһын!»
Тамаша барыһының да күңеленә үтеп инде, йөрәктәрҙе берләштерҙе, уйландырҙы. Бындай саралар беҙҙең тарихыбыҙға, илебеҙгә, халҡыбыҙҙың батырҙарына булған хөрмәтебеҙҙе арттыра.
Күгебеҙ аяҙ, үҙебеҙ һау-сәләмәт, имен тормошта йәшәйек!
Дильмухаметов Факиль.
