Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Башҡорттар ҡоролтайы йыйыны.

#Ауырғазы_районы
#Башҡорттар_ҡоролтайы
Бөгөн район башҡорттары ҡоролтайының йыйылышы үтте. Был сарала ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, башҡорт теле уҡытыусылары, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡатнашты. Һөйләшеү барышында көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Нәзир улы Шәһәретдиновтың; Йәмғиәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопованың; районыбыҙҙың башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фоат Әхмәт улы Ғибәҙуллиндың сығыштарында туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар хаҡында мәсьәләләр күтәрелде.
Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш кереткәндәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.