Мурадымовская сельская модельная библиотека
Аургазинского района Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы Ауырғаҙы районының
Мораҙым ауылы моделле китапханаһы

Ауырғазы! … Ауыр түгел, Еңел беҙҙә донъя көтөү…

#Башҡорт_теле_көнө
#Күңелле_осрашыу
#Һәнәк_журналы

Ауырғазы районы үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Шәйнур улы Сәлимовтың ижадына арналған «Ауырғазы!.. Ауыр түгел, Еңел беҙҙә донъя көтөү…» исемле әҙәби сара үтте.
Был осрашыуға Марсель Сәлимов үҙенең коллегалары “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Илгиз Вәкил улы Ишбулатов
һәм журналдың художество мөхәррире Артур Әлтәф улы Василов менән килде.
Кисә бик күңелле булды, Марсель Шәйнур улы юморлы ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп көлдөрҙө һәм ижадына арналған хәтирәләр менән бүлеште.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Һәнәк» журналына яҙылдылар һәм бүләккә «Һәнәк» журналы алып ҡыуандылар.