Тәмәке тартыуҙың зыяны
#Халыҡ_ара_тәмәкенән_баш_тартыу_көнө
#Беҙ_сәләмәт_тормош_яҡлы
Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө уңайынан ауыл мәҙәниәт йортонда өлкән класс уҡыусылары өсөн «Тәмәке тартыуҙың зыяны» исемле сәләмәтлек дәресе үткәрелде. Сәләмәт тормош алып барыуҙы иҫкәртеү маҡсатында үҫеп килгән йәш быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында төрлө мәғлүмәт саралары, тәмәкенең кеше сәләмәтлегенә зыяны йылдан-йыл арта барыуы, төрлө ауырыуҙар китереп сығарыуы тураһында фекер алышыу үтте.
